09:13 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Республикала тәүге тапҡыр «Донъя халыҡтары эпостары» фестивале үткәрелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда беренсе тапҡыр республиканың ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәптәре һәм ЮНЕСКО дуҫтары клубтары ҡатнашлығында «Донъя халыҡтары эпостары» зона фестивале уҙғарыла. Ул 14 апрелдә Йылайыр районындағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында ойошторола. Адресы: 453680, Йылайыр районы, Йылайыр ауылы, Ленин урамы, 60. Иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Сарала Урал аръяғындағы һигеҙ ҡала һәм райондарҙың мәғариф бүлектәре һәм белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша. Фестивалдең маҡсаты — Башҡортостанда башҡорт халҡының, Рәсәй һәм донъя халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау өлкәләрендә ЮНЕСКО проекттарын һәм программаларын бойомға ашырыуҙа Урал аръяғындағы мәғариф учреждениеларының хеҙмәттәшлеген киңәйтеү. Әлеге ваҡытта уҡыусыларҙан 200-ҙән ашыу ғариза килгән, тип хәбәр иттеләр республика ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Фестиваль барышында «Урал аръяғы ҡала һәм райондарындағы белем биреү учреждениеларының ЮНЕСКО проекттарында һәм программаларында ҡатнашыуы» һәм «Башҡортостан Республикаһының ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәптәре һәм ЮНЕСКО дуҫтары клубтарының ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә эш тәжрибәһе» темалары буйынса түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Түңәрәк өҫтәлдең эшендә төбәктең ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты етәкселегенең, ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәптәре һәм ЮНЕСКО дуҫтары клубтары, ЮНЕСКО кафедралары, Урал аръяғындағы ҡала һәм райондарҙың мәғариф бүлектәре вәкилдәренең ҡатнашыуы күҙаллана.
Сараға республиканың ЮНЕСКО хәрәкәтендә ҡатнашырға теләгән башҡа белем биреү учреждениелары вәкилдәре лә саҡырылған. Уларға ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың таныҡлыҡтарын тапшырыу ҡаралған.
Фестиваль Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Йылайыр районы хакимиәте ярҙамында ойошторола. Бәйләнеш өсөн телефондар: (34752) 2-19-21, 8-917-765-56-54. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты: (347) 250-00-89, 8-937-333-70-23.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика