05:19 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Өфөлә биш кеше «Танцы» шоуына һайлап алыу турын үтте

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә ТНТ каналында барған «Танцы» шоуының дүртенсе миҙгеле кастингы тамамланды. Уның һөҙөмтәләре буйынса жюри телевидениела һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн биш бейеүсене һайлап алды. Тағы ла һигеҙ кеше резерв исемлеккә индерелде һәм саҡырғандарын көтөп ҡала, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың баш ҡалаһындағы проект координаторы.
Кастингтың тәүге этабын үткән ҡатнашыусылар Мәскәүҙә йәнә үҙ көсөн һынаясаҡ. Республикабыҙ вәкилдәренең бейеү шоуына үтеүе-үтмәүе йәй аҙағында ғына билдәле буласаҡ.
Һайлап алыу турында Өфөнән һәм яҡындағы ҡала-райондарҙан 130-ҙан ашыу бейеүсе ҡатнашты. Бәйгеселәрҙең сығышын проекттың ижади продюсеры Армен Оганян һәм хореограф Алексей Карпенко баһаланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика