08:26 (UTC+5), 11 Апреля 2017

«Дуҫлыҡ моңо» бәйгеһе еңеүсеһе үҙенең бүләгенә музыкаль аппаратура аласаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Дуҫлыҡ моңо» конкурсы еңеүсеһе Әлфиә Мырҙабаева аҡсаны музыкаль аппаратура һатып алыуға тотонасаҡ. Артабан ул республика райондары буйлап үҙ концерттарын ойошторорға ниәтләй. Ейәнсура районы йырсыһы Гран-при дипломы һәм 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
«Мин ауылда йәшәйем, хужабикә, бер ҡайҙа ла эшләмәйем. Вокал белемем дә юҡ, бөтә йырҙарҙы үҙем өйрәнәм. Әҙерләндем дә килдем, — ти Әлфиә. — Ғаиләмдә йырсылар юҡ. Әсәйем әйтеүенсә, мин ике йәшемдән йырлай башлағанмын».
Конкурста Әлфиә башҡорт халыҡ йыры «Ашҡаҙар»ҙы, татар халыҡ йыры «Әллүки»ҙе, «Хыял ҡошом» һәм «Зәнгәр томан» тигән эстрада йырҙарын башҡарҙы. Йырсының сығышы жюри ағзаларын һәм тыңлаусыларҙы хайран ҡалдырҙы. Гала-концерт алдынан Әлфиә төнө буйы йоҡлай алмай борсолоп сыҡҡан. Уның һүҙҙәренсә, конкурста ҡатнашыусылар бер-береһенә ярҙам итеп, хуплап торған.
«Бәйгеселәр тәүге турҙан уҡ Гран-приҙы һин аласаҡһың, тип әйттеләр. Улар миңә бик ныҡ ярҙам итте, Силәбе өлкәһенән бер йырсы хатта үҙенең сәскәләрен бүләк итте», — тине Әлфиә.
Әлфиә Мырҙабаева – бик күп республика конкурстары лауреаты һәм дипломанты. Улар иҫәбендә – «Ирәндек моңдары-2014» (1-се урын), «Ирәндек моңдары-2016» (2-се урын), «Оҙон көй-2016» — (3-сө урын), «Юлдаш йыры-2013» (3-сө урын), 2014 йылда Мәғфирә Ғәлиева исемендәге конкурс (Гран-при).
Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара фестивале Нефтекамала 16-сы тапҡыр уҙҙы. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 52 йырсы ҡатнашты.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика