14:08 (UTC+5), 10 Апрель 2017

Яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүр юбилей кисәһенә саҡыра

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17 апрелдә арҙаҡлы ғалим, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Рәшит Шәкүр үҙенең дуҫтарын һәм ижадын һөйөүселәрҙе 80 йәшлек юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисәгә саҡыра. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙғарыла.
Унда юбилярҙың ҡәләмдәш дуҫтары — мәртәбәле шағирҙар һәм яҙыусылар Рауил Бикбаев, Ноғман Мусин, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Таңсулпан Ғарипова, Марсель Сәлимов, Ринат Камал, шулай уҡ йәш быуын әҙәбиәтселәре ҡатнаша. Юбиляр үҙе лә төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын уҡыясаҡ.
«Башҡорт халҡының яҙмышы әҙәбиәт, яҙыусылар менән тығыҙ бәйләнгән. Бөгөн яҙыусыларҙы идеологтар тип әйтеп булмай, ләкин улар әүәлгесә юғары миссия үтәй — халыҡтың рухлылығы, уның күп быуатлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре һағында тора. Шиғриәт, проза, драматургия сәнғәт өсөн нигеҙ булып ҡала», — ти яҙыусы.
Концертта танылған артистар Азамат Тимеров, Әлфиә Юлсурина, Рим Гәрәев, Урал Мортазин, ҡурайсы Илнур Хәйруллин ҡатнаша. Юбилей кисәһен популяр диктор Әхәт Мортазин һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Эльмира Юлдашева алып бара. Программаның режиссеры — Сәйҙә Ильясова.
Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика