07:34 (UTC+5), 07 Апрель 2017

«Тамыр» телеканалы Асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы үҙенең 25 йыллығы уңайынан тамашасыларға йәнә бер бүләк яһаны — Асыҡ ишектәр көнө уҙғарҙы. Алдан электрон теркәү үткән 100-ҙән ашыу уҡыусы телевизион квеста ҡатнашты — биш медиамайҙансыҡта: телекастинг, мөхәррирҙәр, грим һалыу бүлмәләрендә, радиостудияла һәм телестудияла булды. Йәш ҡунаҡтар илдең барлыҡ телеканалдарында кастингтың нисек үтеүен, хәбәрселәрҙең нисек эшләүен күрҙе, шулай уҡ үҙҙәрен радиола һәм телевидениела алып барыусылар сифатында һынап ҡараны, «Тамыр» телеканалынан бүләктәр алды. Ҡунаҡтарҙы алып барыусылар Руслан Фархшатов, Фәрхәт Ғәйнетдинов, Татьяна Никитина, мөхәррирҙәр, режиссерҙар, тауыш режиссерҙары ҡаршы алды.
«Мин һәр саҡ телеканалдың нисек эшләүен белергә, уны үҙ күҙҙәрем менән күрергә хыялландым. Хыялым тормошҡа ашты тип әйтергә мөмкин!» — ти 14 йәшлек Эльдар Мостафин.
Ошо сара барышында яҙҙырылған иң яҡшы кастинг-видео геройҙарын «Тамыр» телеканалынан төп приз көтә. Улар тура эфирҙа «Тау-тау хәбәр» балалар яңылыҡтар хеҙмәтен алып барыусылар сифатында ҡатнаша.
«Балалар күп килгәйне. Тамашасыларыбыҙ беҙҙең менән ҡыҙыҡһына. Кескәйҙәр күберәк булыр, тип көткәйнек, нигеҙҙә киләсәген телевидение менән бәйләргә теләгән уҡыусылар килде», — тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Сара ваҡытында төшөрөлгән бөтә видеоматериалдарҙы 7 апрелдә үк «Тамыр» телеканалының «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөндә ҡарарға була. Шунда уҡ конкурс еңеүселәренең, Башҡортостан телевидениеһының буласаҡ йондоҙҙарының исемдәре баҫыла.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика