06:15 (UTC+5), 07 Апреля 2017

Өфөнән Марсель Сабиров «Новая детская волна-2017» конкурсының ярымфиналына сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Новая детская волна-2017» йәш башҡарыусыларҙың беренсе халыҡ-ара конкурсының милли һайлап алыу туры тамамланды. Жюри ағзалары ярымфиналға 80-дән ашыу конкурсанттан бер нисә төркөм, дуэт һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы һайлап алды. Улар араһында Өфөнән 12 йәшлек Марсель Сабиров та бар. Был турҙа ул Башҡортостандан берҙән-бер вәкил.
Марсель 54-се булып сығыш яһаны. Ул Владимир Пресняковтың репертуарынан «Замок из дождя», Сергей Лазаревтың «Только ты одна», һәм француз телендә «Papaoutai» (Stromae) йырҙарын башҡарҙы.
«Жюри, талапсан булһа ла, шаяртыуҙар менән бәйгеселәрҙең тулҡынланыуын баҫырға тырышты, — тип һөйләне Марсель Сабиров. — Һәр конкурстың үҙенсәлеге бар, мәҫәлән, бында заманса йырҙарҙы башҡарырға кәрәк. Был милли һайлап туры булғанлыҡтан һәм финалға сығыусылар Рәсәй исеменән сығыш яһағанлыҡтан, жюри рус телендә башҡарылған йырҙарға иғтибар итә».
Йыр бәйгеһе бер нисә этапта үтте. Конкурстың ойоштороу комитетына бөтә илдән ғаризалар килде, һуңынан улар араһынан һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн дәғүәселәр һайлап алынды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика