17:02 (UTC+5), 06 Апреля 2017

«Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивалендә 52 башҡорт һәм татар йырын башҡарыусы ҡатнаша

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара фестивале башланды. Фестивалдә 52 конкурсант ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостандан, Татарстандан, Санкт-Петербургтан, Мәскәүҙән, Ырымбур, Кемеров, Ульяновск, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Удмуртиянан, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан һәм Ҡырғыҙстандан башҡарыусылар бар. Беренсе турҙа ҡатнашыусылар башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын башҡарҙы.
Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм Нефтекама хакимиәте башлығы урынбаҫары Зәбир Ғабдуллин сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Байрам сараһында уҙған йылдарҙағы лауреаттар — эстрада йондоҙҙары Ғәзим Ильясов, Айҙар Ғәлимов, Әлим Ҡәйүмов, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, үткән йылдарҙағы еңеүселәр Камил Камалиев, Хәбир Раев, Илшат Сибәғәтуллин, Руслан Сәйфетдинов ҡатнашты.
Бөгөн Нефтекамала фестивалдең икенсе туры дауам итә, унда ҡатнашыусылар башҡорт һәм татар эстрада йырҙарын башҡарырға тейеш. Бәйгеселәрҙе профессор Фәрзәнә Сәғитова, танылған йырсылар Флүрә Килдейәрова, Иҙрис Ғәзиев, Азамат Тимеров, композитор Нур Дауытов баһалай.
Конкурстың һөҙөмтәләре иртәгә, 7 апрелдә, иғлан ителә. Гала-концертта ҡатнашыусыларҙан тыш башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ла сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика