10:16 (UTC+5), 05 Апреля 2017

Башҡортостанда «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» балалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Туймазы районы хакимиәте
Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов /. Туймазы ҡалаһында «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» республика балалар хореография фестивале тамамланды. Унда Башҡортостан, Татарстан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре, Пермь крайының йәш талантлы артистары ҡатнашты. Башҡортостандан Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Ғафури, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәләүез, Мәсетле, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондары, Стәрлетамаҡ һәм Ағиҙел ҡалалары вәкилдәре сығыш яһаны. Конкурс ике йәш категорияһында: 9-12 һәм 13-16 йәштәрҙә уҙҙы.
Фестиваль ойоштороусылары – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте.
Йәш йондоҙҙарҙың талантын һәм оҫталығын Рәсәй театр сәнғәте институтының хореография кафедраһы доценты, Лавровский исемендәге Мәскәү дәүләт хореография училищеһының юғары категориялы уҡытыусыһы Елена Щеголева рәйеслегендәге профессиональ жюри баһаланы. Жюриҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең баш балетмейстеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфиә Тимерғәзиева, Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге етәксеһе, жюри секретары Эльвира Әхмәтйәнова эшләне.
Гала-концертта тәбрикләү телмәре менән республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов сығыш яһаны.
Фестивалдең гала-концерты тамашасыларҙы бейеү номерҙарының үҙенсәлеге менән ҡыуандырҙы. Ҡатнашыусылар башҡорт, эстон, фин, татар, украин, төрөк бейеүҙәрен башҡарҙы. «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» VI республика балалар хореография фестивале һөҙөмтәләре буйынса, кесе йәш төркөмө араһында Гран-приға – Туймазы ҡалаһының «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле, өлкән йәш төркөмөндә Күгәрсен районының «Гөрләүек» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле лайыҡ булды. Шулай уҡ лауреаттар һәм I-III дәрәжә дипломанттары, «Балетмейстерлыҡ эше өсөн», «Артистизм һәм бейеүҙе юғары кимәлдә башҡарыу өсөн», «Милли бейеүгә һәм традицион башҡорт костюмына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн», «Рус халыҡ бейеүҙәре өлгөләренә һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн», «Милли хореографияла сюжет һыҙатын һаҡлап ҡалыу өсөн» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика