10:35 (UTC+5), 05 Апреля 2017

Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамын уҙғарыу датаһы билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19-20 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы ойошторола. Сара танылған музыкант һәм уҡытыусының тыуыуына 105 йыл тулыуға арнала.
Байрамдың маҡсаты — һәләтле ҡурайсыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм ҡурайҙың яңы мөмкинлектәрен асыу. Программала үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар араһында конкурс, башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре өсөн семинар, ижади лаборатория, конкурс еңеүселәренең һәм байрам ҡунаҡтарының гала-концерты ҡаралған.
Бәйгелә профессиональ һәм үҙешмәкәр башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамбле ҡатнаша. Төп шарт — музыкант положениела яҙылған 100 башҡорт халыҡ йырының тарихын һөйләй һәм уйнай белергә тейеш.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика