15:26 (UTC+5), 04 Апрель 2017

«Өфөнән һөйөү менән!» яңы романтик комедияһын тәүгеләрҙән булып Ҡазан тамашасылары ҡарай

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө тураһында яңы романтик комедияны тәүгеләрҙән булып Ҡазан тамашасылары ҡарай. 4 апрелдә режиссер Айнур Асҡаров Ҡазанда III «Время кино» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусыларға «Өфөнән һөйөү менән!» исемле тулы метражлы картинаһын тәҡдим итә. Был режиссерҙың Татарстан кинотеатрҙарында һәм мәҙәниәт йорттарында күрһәтелгән икенсе кинотаҫмаһы, тип билдәләне фильмдың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Фатима Янбаева.
Фильмдың режиссеры ил кимәлендәге форумға «Кино проекттары питчингы» секцияһында эксперт һәм «Төбәктәрҙә киноны үҫтереү» темаһына түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы булараҡ саҡырылған. Өфөнән кино проекттары питчингына «Инә айыу, йәки Кәрәкле кеше» мистик драмаһына яңы сценарий менән йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаева ла бара. Сценарийҙы яҡлау 6 апрелгә билдәләнгән.
III «Время кино» Бөтә Рәсәй форумы төбәктәге кинематографистарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, ҡатнашыуға илдең бер нисә төбәгенән 100-ҙән ашыу ғариза килгән. Улар араһында Башҡортостан, Татарстан, Алтай, Сыуашстан, Чечня, Удмуртия, шулай уҡ Мәскәү, Ленинград, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре бар. Иң яҡшы сценаристарға 100 мең һум аҡса бирелә. Ойоштороусылар — Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Кинематографистар союзының йәштәр үҙәге һәм «ТатарКино» мәҙәниәт учреждениеһы.
«Өфөнән һөйөү менән!» романтик комедияһы 13 апрелдә экранға сыға. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский кинотеатрҙарында — ике аҙналыҡ прокат, Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Екатеринбург ҡалаларында бер тапҡыр күрһәтеү ҡаралған.
«Беҙҙең фильм Өфөнөң визит карточкаһы булмаҡсы: ул йәй көнө баш ҡалабыҙҙың иң матур урындарында төшөрөлгән. Мөхәббәт, күркәм ҡалабыҙ хаҡында күңелле фильм ул. Тамашасы кинотеатрға килһен дә: «Өфөлә кино төшөрә беләләр икән!» тип әйтһен ине. Кино төшөрә белеүебеҙҙе һәм тулы залдар йыя алыуыбыҙҙы раҫларға теләйбеҙ», — ти фильм авторҙары.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика