06:53 (UTC+5), 04 Апреля 2017

Баш ҡалала «Йәнһүрәт» фестивале Рәсәй анимацияһы көнөнә саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Йәнһүрәт» фестивале Рәсәй анимацияһы көнөнә саҡыра. Байрам (ул 8 апрелдә билдәләнә) 6 апрелдә «Родина» кинотеатрында уҙғарыла.
Анимация фильмдарын төшөрөү менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы көндөҙгө сәғәт 2-лә оҫталыҡ дәрестәренә саҡыралар. Һуңынан кинотеатр фойеһында «И-грушка» студияһынан күңелле викторина һәм уйындар ойоштороу ҡаралған. Сәғәт 4-тә анимация фильмдары режиссерҙарын бүләкләү, шул иҫәптән Рим Шәрәфетдиновтың «Минең атайым — клоун» фильмының премьераһы була.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2016 йылда «Йәнһүрәт» фестивале барышында балалар һәм балалар анимация студиялары араһында конкурс уҙҙы. Унда иң ҡыҙыҡлы фильмдар асыҡланды һәм еңеүселәр билдәләнде. Сарала ошо фильмдар ҙа күрһәтеләсәк.
«Байрамда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, инеү бушлай. Ҡунаҡтар араһында художество һәм балалар анимация студияларында шөғөлләнгән балаларҙы, уларҙың уҡытыусыларын һәм етәкселәрен күрге килә, сөнки беҙҙең фестиваль тәү сиратта улар менән хеҙмәттәшлек итеүгә йүнәлтелгән», — ти фестивалдең кураторы Таңсулпан Бураҡаева.
Байрам Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы субсидияһына «Йәнһүрәт» балалар анимация студиялары республика фестивале сиктәрендә Башҡортостан Кинематографистар союзы тарафынан ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика