02:07 (UTC+5), 03 Апрель 2017

«Заман» башҡорт этно-ансамбле Норвегияла уҙасаҡ халыҡ-ара конкурсының финалына сыҡты

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель./ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙең «Заман» этно-ансамбле Европаның 30-ҙан ашыу иле дәғүәселәрен уҙып, «Liet international» халыҡ-ара музыкаль конкурсының һигеҙ финалсыһы иҫәбенә инде. Бәйге апрель урталарында Норвегияның Кеутукейну ҡалаһында үтә.
Музыкаль коллектив башҡорт телендә «Һыуытма» (Ф.Янбаева һүҙҙәре, А. Хәмзин көйө) йыры менән һайлап алыу этабында жюри ағзаларын хайран ҡалдырҙы. Композиция стилен этно-денс – заманса һәм тренд стиленә индерергә мөмкин. Йырҙың «Пульсом» исемле (Е.Мофтахина һүҙҙәре, А.Хәмзин көйө) урыҫ телендәге версияһы ла бар.
«Был беҙҙең өсөн бик ҙур яуаплылыҡ, сөнки беҙҙең бурысыбыҙ – Башҡортостанды юғары профессиональ кимәлдә күрһәтеү, Норвегия тамашасыһын башҡорт теле менән таныштырыу, заманса музыка һәм мауыҡтырғыс шоу ярҙамында республикаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Сит ил конкурстары – ул һәр саҡ ҡыҙыҡлы тәжрибә һәм сағыу тәьҫораттар, артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн бәйләнештәр булдырыу, бындай конкурстар ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү мөмкинлеге. Беҙ еңеү менән ҡайтырға һәм бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырға иҫәп тотабыҙ!» – тип һөйләне коллектив солисы Елена Мофтахина.
Бәйге шарттары буйынса, ҡатнашыусы композицияны туған телендә башҡарырға тейеш. «Liet international» конкурсы Европала төбәк телдәрен нығытыу һәм һаҡлап ҡалыу буйынса иң ҙур сараларҙың береһе булып бара. Конкурстың ойоштороусыһы – хәҙерге Германия һәм Нидерланд биләмәһендә йәшәүсе «фриздар» (әҙ милләттәр) этносы.
«Liet international» халыҡ-ара конкурсының финалы 13 апрелдә үтә. Һуңғы этапта Германия, Франция, Норвегия, Нидерланд һәм Рәсәй музыканттары ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика