Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Апрель 2017, 12:43

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Хашим Мостаевтың 100 йыллығына әҙерләнә

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле күренекле артист һәм бейеү ҡуйыусы Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға әҙерлекте башланы (1918 — 2015).
«77-се миҙгелдә Хашим Мостаев һалған «Азамат» бейеүе тергеҙелде, — тип һөйләне ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. — 2018 йылда Хашим Мостаевтың 100 йыллығы уңайынан юбилей кисәһе уҙғарыла, һәм уға әҙерлек эше башланған да инде. «Бөрйән ҡыҙҙары», «Ирәндек», «Сәскә атыусы ҡурай», «Француз яулығы», «Беләҙектәр сыңы» бейеүҙәрен тергеҙергә ниәтләйбеҙ.
Ошо көндәрҙә Өфөләге «Башҡортостан» концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты уҙҙы. Коллектив баш ҡала тамашасылары өсөн ҙур концерт программаһы әҙерләгәйне. Унда Фәйзи Ғәскәров ҡуйған легендар бейеүҙәр — «Шаян ҡыҙҙар», «Гөлнәзирә», «Төньяҡ амурҙары», шулай уҡ 77-се ижад миҙгелендәге иң яҡшы бейеү композициялары тәҡдим ителде.
Артистар Ҡара диңгеҙ өҫтөндә Ту-154 самолетында авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙы иҫкә алды. «Һалдат бейеүе» Александров исемендәге ансамбль артистары иҫтәлегенә арналды. Улар менән ғәскәровсыларҙы тығыҙ ижади һәм дуҫлыҡ ептәре бәйләй.
Бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль ил буйлап гастролдәрен дауам итә. Ғәскәровсылар коллективтың иң яҡшы бейеүҙәрен үҙ эсенә алған «Планета ритмдары» исемле программа менән сығыш яһай. Тамашасылар донъя халыҡтары: һинд, ҡаҙаҡ, ҡытай, ҡырғыҙ бейеүҙәрен ҡарай ала. Композицияларҙың ҡайһы берҙәре ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек осоронда ижад ителгән. Концерт программаһында «Тархандар», «Ете ырыу» кеүек яңы номерҙар ҙа бар. Бөтә бейеүҙәр ҙә ансамблдең оркестр төркөмөнә ҡушылып башҡарыла.
3 апрелдә коллектив Екатеринбургта, 4 апрелдә — Төмәндә, 6 апрелдә — Сорғотта, 7 апрелдә — Нижневартовскиҙа, 9 апрелдә — Ҡурғанда, 10 апрелдә — Силәбелә, 11 апрелдә — Мейәстә, 12 апрелдә Златоуста сығыш яһай.
Читайте нас: