09:27 (UTC+5), 31 Марта 2017

«Ҡош юлы» бард йыры фестивале уҙғарыу урынын үҙгәртә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ҡош юлы-2017» бард йыры республика фестивале уҙғарыу урынын үҙгәртә. 16-18 июндә фестиваль тәүге тапҡыр Әбйәлил районында үткәрелә, тип хәбәр итте сараны ойоштороусыларҙың береһе, музыкант Искәндәр Нурғәлин. Быға тиклем фестиваль Ейәнсура районының Таҙлар ауылы янында, йәмле Һүрәм йылғаһы буйында ойошторола ине.
Быйыл фестиваль Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына, шулай уҡ башҡорт шағиры Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижадына бағышланған. Сарала ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу башланған да инде. Ғаризалар ике йүнәлеш буйынса ҡабул ителә: авторҙар һәм башҡарыусылар, дуэт йырларға мөмкин. Фестивалдә 16 йәштән өлкәнерәктәр ҡатнаша. Конкурсанттар гитараға ҡушылып йырларға тейеш.
Байрам Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, «Шоңҡар» журналы һәм «Йәшлек» гәзите башланғысы буйынса 2012 йылдан алып уҙғарыла. Әлеге ваҡытта фестиваль башҡорт бард хәрәкәтен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫтереү өсөн яҡшы стимул, гитарала уйнарға һәм башҡорт бард йырын яратыусылар өсөн байрам булып тора. Тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» төркөмөндә.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика