08:58 (UTC+5), 31 Марта 2017

Өфөлә «Алһыу ҡаплан» фестиваленә Рәсәй һәм донъя джаз йондоҙҙарын көтәләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бер аҙнанан Өфөлә «Алһыу ҡаплан» ХХI халыҡ-ара джаз фестивале башлана. 7 апрелдән 9-на ҡәҙәр өс көнлөк фест ғәҙәттәгесә Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле джаз музыкаһы башҡарыусыларын һәм уны үҙ итеүселәрҙе йыясаҡ. «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында фестиваль ойоштороусылары һәм ҡатнашыусылары уның геройҙары һәм үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Фестивалдең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов проект хедлайнерҙарының исемен атаны. Тәүге көндә Рәсәй джаз патриархы, төрлө музыка ҡоралдырында уйнаусы Давид Голощёкин, легендар башҡорт джаз ансамблдәре – Марат Юлдыбаевтың «Дуҫтар» һәм Олег Киреевтың «Орлан» артистары, филармонияның Биг-бэнд төркөмө сығыш яһаясаҡ. Баш ҡаланың билдәле джаз йырсыһы Ирина Остин Өфөлә бына инде алты йыл уйнамаған саксофонсы Марат Юлдыбаев менән берлектә сығыш яһарға әҙерләнә.
Америка Ҡушма Штаттары музыканттары – йырсы, гитарасы һәм шоумен Алвон Джонсон, йырсы Мэри Макбрайт, Даймон Данно һәм пианиносы Джон Спурни ҡыҙыҡлы программалар тәҡдим итәсәк. 8 апрелдә өфөләрҙе яҡташы – Германияла йәшәүсе пианиносы Диас Кәримов һәм Мәскәү вибрафонсыһы Иннокентий Иванов менән осрашыу көтә. Улар менән бергә Биг-бэнд һәм Олег Ҡасимовтың джаз квартеты сығыш яһаясаҡ.
«Алһыу ҡаплан» ХХI халыҡ-ара джаз фестиваленең гала-концерты бер майҙансыҡта халыҡ-ара музыка байрамындағы иң яҡшы кешеләрҙе һәм сығыштарҙы берләштерәсәк. Йола буйынса филармония майҙансығында концерт сығыштарын джем-сейшндар оҙатасаҡ: 7 апрелдә «Solo» ресторанында, 8 һәм 9 апрелдә – Өфө джаз клубында. Сара киске сәғәт 10-да башлана.
Санкт-Петербургтан легендар джаз тәнҡитсеһе Владимир Фейертаг һаулығының торошо буйынса быйыл фестивалгә килә алмай. Фестиваль концерттарын музыка белгесе Виктория Симонова алып барасаҡ.
Филармонияның матбуғат секретары Ирина Ишемйәрова хәбәр итеүенсә, джаз кәйефен булдырыу өсөн фойела йәш музыканттар, бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары уйнаясаҡ. Джаз музыка ҡоралдары күргәҙмәләре, фестиваль тарихы буйынса фотокүргәҙмәләр ойоштороласаҡ.
Ойоштороусылар билдәләүҙәренсә, бюджеттың ҙур булмауына һәм кризисҡа ҡарамаҫтан, фестиваль үҙ кимәлен тоторға һәм сығымдарҙы ҡапларға тырыша. Концерттарға билет хаҡы 300-500 һумдан башлана.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика