06:47 (UTC+5), 31 Март 2017

Башҡортостанда «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестивале эштәрен ҡарау этабы тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре-2017» шиғриәт фестиваленә килгән эштәрҙе ҡарау этабы тамамланды. Гала-тамаша 14 апрелдә Бәләбәй районында уҙғарыла. Шул уҡ көндә Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан Яҙыусылар союзы делегацияһының һәм еңеүсе шағирҙарҙың райондың хеҙмәт коллективтары һәм уҡыусылар менән осрашыуы була.
Шиғри бәйгелә 177 шағир: 57 — рус, 50 — башҡорт, 45 — татар һәм 25 сыуаш телендә яҙышҡан авторҙар ҡатнашты. 77 үҙешмәкәр шағир эштәрен тәүге тапҡыр тәҡдим иткән, тип хәбәр итте жюри рәйесе, «Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзитенең баш мөхәррире Любовь Иванова.
Башҡортостандан ҡатнашыусылар күберәк. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, Өфө, Туймазы, Салауат, Ишембай, Октябрьский, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Учалы, Бөрө, Мәләүез, Белорет, Сибай шағирҙары әүҙем. Конкурсҡа республиканың төрлө райондарынан шиғырҙар килгән. Фестивалдә Ижевск, Магнитогорск, Югорск, Мәскәү, Һамар ҡалаларынан, Свердловск өлкәһенең Стариково ауылынан ҡатнашыусылар бар.
Иң йәш һәләттәр — Югорскиҙан 12 йәшлек Дарья Чурикова һәм Мәләүез районының Ергән ауылынан 11 йәшлек Вилдан Макунев. Икеһе лә рус телендә яҙа. Йәш башҡорт шағирәһе — 15 йәшлек Алһыу Кугаманова Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәй.
Фестиваль аҡһаҡалдары — Красноусолдан татар телендә яҙышҡан 95 йәшлек Вилдан Шәрипов һәм Приютово ауылында йәшәгән 80 йәшлек Мария Махаленко (рус теле) һәм Зоя Смолькина (сыуаш телендә яҙа).
Бәләбәй мәғлүмәт үҙәгендә «Йәйғор» шиғри альманахы баҫмаға әҙерләнә, уға «Илһам шишмәләре-2017» лауреаттары һәм номинанттарының әҫәрҙәре ингән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика