«Театр яҙы» фестивале программаһына тәүгә опера һәм вербатим инде
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20-26 апрелдә Өфөлә ғәҙәттәге «Театр яҙы» республика фестивале уҙа. Фестивалдә төрлө жанрҙарҙа 15 спектакль күрһәтеләсәк. Программаға тәүгә опера – Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» спектакле, «Беҙҙекеләр» вербатимы, А. Кортнев һәм С. Чекрыжовтың «Аҡбуҙат. Аҡ ат, алтын ҡош» башҡорт эпосы мотивтары буйынса фантазия инде. А. Бахрушин исемендәге Дәүләт үҙәк театр музейы (Мәскәү) Флорид Бүләковтың «Изге эш» пьесаһы буйынса трагикомедия тәҡдим итәсәк.
Фестивалдең төп программаһында Башҡортостандың бөтә профессиональ театр коллективтары ҡатнаша. Шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Мәскәүҙең театр тәнҡитселәре Алексей Киселев һәм Игорь Овчинников оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар уҙғара.
Республиканың төп театр фестивале ойоштороусылары – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Театр эшмәкәрҙәре союзы. Фестиваль республиканың театр сәнғәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, театрҙарҙың ижади процесында төн тенденцияларҙы асыҡлау, театр һәм ошо һөнәр вәкилдәре: актерҙар, рәссамдар, режиссерҙар, тәнҡитселәрҙең бәйләнештәрен нығытыу, тамашасылар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн театр байрымы мөхитен булдырыу маҡсатында уҙғарыла. Проект Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған.
Фестивалдең тулы программаһы – республика Мәҙәниәт министрлығы сайтында.