03:57 (UTC+5), 29 Марта 2017

Баш ҡалала «Көмөш Аҡбуҙат» IV Халыҡ-ара кино фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» IV Халыҡ-ара кино фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Фестивалдә ҡатнашыуға ғаризалар 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
«Көмөш Аҡбуҙат» фестивале Башҡортостандың баш ҡалаһында ағымдағы йылдың октябрендә үтә. Конкурс программаһында – уйын тулы метражлы һәм ҡыҫҡа метражлы, документаль фильмдар. Кино фестивале сиктәрендә билдәле кино эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында ижади осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, Башҡорт дебютанттар питчингы, Башҡорт киноһы көнө һәм конкурстан тыш фильмдар күрһәтеү уҙасаҡ.
«Көмөш Аҡбуҙат» кино фестиваленең төп маҡсаты – донъя халыҡтарының рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалау, милли һәм этник йүнәлешендә фильмдар төшөрөүсе кинематографистарҙың ижадын популярлаштырыу. Конкурс эштәрен билдәле кинематографистар һәм кино белгестәре инәсәк халыҡ-ара кимәлдәге жюри баһалаясаҡ.
Проект республика Хөкүмәте, төбәктең Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө хакимиәте булышлығында Башҡортостан Башлығының 4,5 миллион һум күләмендәге грантына ғәмәлгә ашырыла. Фестиваль партнерҙары – «Родина» кинотеатры – Рәсәй кинематография үҙәге һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы. Кино фестиваленең ойоштороусылары – «Башҡортостан» киностудияһы. «Көмөш Аҡбуҙат» кино фестивале тураһында тулыраҡ мәғлүмәт уның рәсми сайтында урынлашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика