Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Март 2017, 10:39

Баш ҡалала «Бөйөк Ватан һуғышы легендаһы…» күргәҙмәһе асылды

Елена Колоколова
Елена Колоколова
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Милли музейында «Бөйөк Ватан һуғышы легендаһы…» күргәҙмәһе асылды. Ул Ленин, Ҡыҙыл байраҡ орденлы, II дәрәжә Суворов һәм II дәрәжә Кутузов орденлы 16-сы (112-се Башҡорт) гвардия кавалерия Чернигов дивизияһының фронтҡа ебәрелеүенә 75 йыл тулыуға арналған.
Күргәҙмә 28 мартта иртәнге сәғәт 11-се яртыла асылды. Экспозицияның нигеҙен һуғышта ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары Милли музейға тапшырған шәхси материалдарҙың ҙур коллекцияһы тәшкил итте.
«Күргәҙмә һалдат һәм офицерҙарҙың ҡаһарманлыҡтары аша ҡушылыуҙың легендар хәрби юлын яҡтырта, — тип хәбәр иттеләр музейҙа. — Экспозицияға дивизия яугирҙәренең һәм офицерҙарының фотоһүрәттәре, уларҙың яҙмалары, документтары, наградалары, һуғыш ваҡытындағы ҡоралдар ҡуйылған».
Читайте нас: