04:13 (UTC+5), 24 Март 2017

«Ятаған» башҡорт төркөмө халыҡ-ара музыкаль-этник проектта ҡатнашты

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан башҡарыусылары «Turkcan» халыҡ-ара музыкаль-этник проектта ҡатнашты. «Ятаған» этно-төркөмөндә Илдар Шакир (ятаған, думбыра, ҡумыҙ), Аяз Нухов (ҡыл-ҡумыҙ), Рәсим Лоғаманов (һуҡма) һәм Илмир Ҡоҙабаев (өзләү, ҡурай) башҡорт музыка ҡоралдары менән таныштырҙы. Музыканттарға йырсылар Зилиә Бәхтиева һәм Иҙел Аралбаев ҡушылды.
«Turkcan» проекты Үзбәкстан, Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙән Башҡортостан Республикаһы музыканттарын берләштерҙе. Проекттың идеяһы – төрлө халыҡтарҙың милли колоритын күрһәтеү һәм музыка ярҙамында уларҙы берләштереү. Узеир Ғаджибековтың көйөнә һәр башҡарыусы үҙ халҡының этник музыка ҡоралын ҡулланып, соло партияһын башҡарҙы. Һуңынан милли костюмдарҙа видеоға төшөрөлдө. Проекттың генераль директоры – Рубаиль Азимов (Азербайжан).
«Бөтөн донъяға беҙҙең башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын күрһәтергә теләнек. Хатта тиҙ өлөштә башҡорт халыҡ көйөн ҡушып ебәрә алдыҡ», — тип һөйләне төркөм етәксеһе, республикала проект координаторы Илдар Шакиров.
Башҡортостан Милли музейында, Өфө сәнғәт институтында, Башҡорт драма театры эргәһендәге урамда, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда видео төшөрөлдө.
«Ҡайһы бер музыканттар менән Төркиәлә гастролдәрҙә булғанда таныштыҡ. Мәҫәлән: музыкантыбыҙ Аяз Нухов Азербайжан башҡарыусыһы менән бер пульт артында эшләне. Күпмелер ваҡыт үткәс ул Аязға яңы «Turkcan» проектының идеяһын һөйләп бирҙе. Беҙ 1-2 көн эсендә бөтә нәмәне төшөрә алдыҡ. Был һорауға бик етди килдек, — тип һөйләне Илдар Шакиров. — Һөнәрҙәштәребеҙҙең ярҙамсыллығы һәм эскерһеҙлеге менән барыһы ла килеп сыҡты! Яҙыу эше һәм ҡорамалдар менән Илшат Яхин, Фәиз Шәрипов, Михаил Кузьмичев, операторҙар Руслан Хантимеров һәм Вероника Шакирова, Милли музей директоры урынбаҫары Марат Зөлҡәрнәйев, Өфө дәүләт сәнғәт институтының Концерт залы директоры Раил Аллаяров ныҡ ярҙам итте».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика