05:57 (UTC+5), 24 Марта 2017

Республиканың «Кружева» ансамбле Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды. Коллектив М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй. Ансамбль «Сәскә ат, илем!» тигән башҡорт бейеүен башҡарып, 320 мең тәңкәлек сертификат алды.
«Бөтә коллективтар ҙа яҡшы сығыш яһаны, беҙ ҙә республика мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәттек. Әлбиттә, аҡсаны фестивалдәргә йөрөү өсөн тотонорға ниәтләйбеҙ», — тине коллектив етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева.
Шымкент ҡалаһында төрки донъяһының Халыҡ-ара бейеү конкурсы «Төркөстан – Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы» программаһы сиктәрендә үтте. Үҙәк Азияла тәүге тапҡыр ойошторолған конкурста 15 илдән 19 дәүләт бейеү коллективтары ҡатнашты. Халыҡ-ара жюри ансамблдәрҙең сығыштарын бер нисә категория буйынса баһаланы. Гран-приҙы — Төркиә ансамбле, беренсе урынды Азербайжан коллективы яуланы.
Киләсәктә ошо конкурсты төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаларында йыл һайын уҙғарырға ниәтләйҙәр.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика