02:08 (UTC+5), 24 Марта 2017

Өфөлә «Рәсәйҙең һәләтле балалары: бейеү донъяһында» фестивалендә 150-нән ашыу коллектив ҡатнашасаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дүртенсе тапҡыр «Рәсәйҙең һәләтле балалары: бейеү донъяһында» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы ойошторола.
Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бейеү бәйгеһендә Рәсәйҙең ижади яҡтан һәләтле балалары һәм талантлы йәштәре үҙҙәренең башҡарыу оҫталығын күрһәтә аласаҡ. Конкурсанттар классик, халыҡ һәм заманса бейеү номинацияларында көс һынашасаҡ. Быйыл бәйгелә бөтөн Рәсәйҙән 150-нән ашыу коллектив ҡатнаша. Башҡортостан ҡала-райондарынан, шулай уҡ Әстрхандан, Силәбенән, Екатеринбургтан, Мәскәүҙән, Ҡаҙағстандан һәм Япониянан йәш бейеүселәр киләсәк. Тәүге (дистанцион) турҙа ике меңдән ашыу бала ҡатнашты. Икенсе тур 25 мартта Зәки Вәлиди урамы, 34 адресы буйынса Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика