09:59 (UTC+5), 23 Марта 2017

Республиканының төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусылар өфөләргә сит телдәрҙә йырлап күрһәтә

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Камил Хәсәнов
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. Йома, 24 мартта, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусылар өсөн III республика сит телдәрҙәге йыр фестивале гала-концерт менән тамамлана. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 30-ҙан ашыу уҡыусы донъя йондоҙҙарының хитҡа әйләнгән әҫәрҙәре менән бер рәттән инглиз, француз, немец телдәрендә аҙ танылған йырҙарҙы башҡарасаҡ. Концерт программаһында төрлө музыка стилдәре – рок, поп, джаз һәм блюз композициялары бар.
«Фестиваль өсөнсө тапҡыр уҙа, был ваҡыт эсендә ул үҙенең географияһын ярайһы уҡ киңәйтте, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәрҙе уҡытыу алымы кафедраһы мөдире Валерий Аитов. — Беренсе турға 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы ғариза тапшырҙы. Тәүге һынау ситтән тороп ойошторолдо: жюри конкурсанттарҙың сығышы яҙылған видеояҙмаларҙы ҡараны. Интонация һәм дөрөҫ әйтелеш, сығыштарҙың образлылығы, башҡарыу оҫталығы һәм, әлбиттә, вокал һәләттәре һайлап алыу критерийҙары булды».
Концертта тамашасыларҙы кесе (12 йәшкәсә) һәм өлкән(18 йәшкәсә) йәш категорияларына бүленгән яңғыҙ, дуэт һәм ансамблдәрҙең сығыштары көтә. Ҡатнашыусыларҙың яртыһы тиерлек – Өфөнөң белем биреү йорттарынан, шулай уҡ республиканың бөтә ҡалалары һәм райондарынан ҡатнашыусылар бар. Алыҫ ауылдарҙан килгән йырсылар ҙа байтаҡ: мәҫәлән, Ауырғазы районының Кәлсер-Буран ауылынан өсөнсө класс уҡыусыһы Азалия Абдрахманова «A Million Voices» тигән йырҙы башҡарасаҡ, ә Саҡмағош районының Имәнлекүл ауылынан унынсы класс уҡыусыһы Алһыу Моратова «What If?» композицияһын йырлаясаҡ. Жюриға педагогия университетының сит телдәр һәм музыкаль белем биреү уҡытыусылары инде, ә суд коллегияһын Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Светлана Слягузова етәкләй.
Концерт 24 мартта Башҡорт дәүләт педагогия университетының икенсе корпусында (Октябрь Революцияһы урамы, 3а) көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Инеү ирекле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика