11:09 (UTC+5), 23 Марта 2017

«Башҡорт йыры» телевизион конкурсының етенсе миҙгеле башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Башҡорт йыры» популяр телевизион конкурсының сираттағы миҙгелен төшөрә башлай. Тамашасылар тапшырыуҙың тәүге сығарылышын 8 апрелдә киске сәғәт 11-ҙә ҡарай ала.
Йыр бәйгеһен ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл телепроекттың ойоштороу комитетына 70-кә яҡын ғариза килгән, 24 ҡатнашыусы һайлап алыу турын үткән. Улар — Өфөнән, Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан башҡарыусылар. Йырсылар өс турҙы үтергә тейеш.
Беренсе турҙа конкурсанттар эстрада, икенсеһендә — башҡорт халыҡ, өсөнсөһөндә ретро йырҙар башҡара. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың танылған сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре баһалай. Быйылғы миҙгелдә жюри составында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Нур Дауытов, Башҡортостандың халыҡ артисы, журналист Юлай Ғәйнетдинов эшләй. Шулай уҡ проектҡа З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының билдәле уҡытыусылары, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителгән.
«Башҡорт йыры» телевизион конкурсы — республикала әһәмиәтле мәҙәни ваҡиға, ул 2010 йылдан алып уҙғарыла.
«Ошо ваҡыт эсендә «Башҡорт йыры» Башҡортостан юлдаш телевидениеһында иң популяр проекттарҙың береһенә әүерелде. Беҙҙең конкурс күп кенә һәләтле башҡарыусыларға ҙур сәхнәгә юл асырға ярҙам итә», — ти «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика