06:20 (UTC+5), 23 Марта 2017

Бүрәт театрында башҡорт яҙыусыһының повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бүрәт академия драма театрында башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектакленең репетициялары башланды. Ҡуйылыш өҫтөндә эшләү өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев саҡырылған.
Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик повесы яҙмыш ҡушыуы буйынса балалар йортона эләккән балалар тураһында. Повесть буйынса инсценировканы драматург Әнгизә Ишбулдина яҙған. Бүрәт теленә Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған артисы Дабацу Юндунова тәржемә иткән.
«Ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балалар тураһында тарих бүрәт сәхнәһендә яңыса яңғыраш һәм яңы мәғәнә аласаҡ. Бүрәттәр элек-электән етемһеҙ халыҡ тип иҫәпләнгән, балаларҙы тәрбиәгә алыу йолаһы ҙур ҡаҙаныш булған. Етемде тәрбиәгә алыу тәбиғи һәм абруйлы һаналған, шуға күрә һуңғы йылдарҙа балалар йорттарында бүрәт милләтле балаларҙың күбәйеүе бөтә халыҡ өсөн фажиғә булды», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат-хеҙмәтендә.
Спектаклдең премьераһы 14-15 апрелгә билдәләнгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт академия драма театрында «Хыялға ҡаршы» спектакле сәхнәләштерелгәндән һуң Бүрәт театры директоры Эржена Жамбалова Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа театрҙа спектакль ҡуйырға тәҡдим итте. 2016 йылдың сентябрендә Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэла үткән III «Алтан сэргэ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә башҡорт коллективының эше ике махсус премияға лайыҡ булды: «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткән һәм яңы театр телен эҙләгән өсөн» һәм «Иң яҡшы актерҙар ансамбле».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика