09:02 (UTC+5), 22 Март 2017

Мәскәүҙә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» фильмының презентацияһы үтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» тулы метражлы документаль фильмының презентацияһы уҙҙы. Картинала 20 быуаттың бөйөк бейеүсеһе һәм хореографы Рудольф Нуриевтың Төркиә менән бәйле тормошо хаҡында бәйән ителә. Бейеүсе унда үҙ йорто, утрауы хаҡында хыялланған. «Аҡ фил-2017» Кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһы премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булған фильмды күрһәтеүҙә уның авторҙары — ҡуйыусы-режиссер Евгения Тирдатова, монтажлау режиссеры Борис Мнухин, продюсерҙарҙың береһе Константин Серебряков ҡатнашты.
«Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге әүҙемселәре ойошторған сараға яҡташтар, журналистар, артистар, студенттар, шулай уҡ Рудольф Нуриевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәр йыйылды. Евгения Тирдатова һөйләүенсә, Өфөлә Нуриевтың бала сағы һәм үҫмерлек осоро тураһында уйын фильмы сценарийы өҫтөндә эшләгәндә ошондай фекер тыуа. Ул материалдар эҙләгәндә Төркиәлә төшөрөлгән видеоға юлыға. 2016 йылда ошо материалдарға таянып легендар шәхес Рудольф Нуриевтың тормошо хаҡында фильм төшөрөлә. Таҫма уның хыялы — Төркиәлә үҙенә утрау һатып алыу, унда йорт һалыу хаҡында бәйән итә. Уның ошо көнсығыш иленә тартылыуының сәбәбе ниҙә? Авторҙарҙың яуабы ябай: бейеүсенең атаһы — башҡорт, әсәһе — татар, шуға күрә Рудольф бәләкәйҙән үк туған мосолман мәҙәниәтен үҙенә һеңдергән, һәм Төркиә рухы уға яҡын булған. Ул сит ерҙәрҙән ял итеү, үҙен «өйөндәгеләй» итеп тойоу өсөн йылына бер нисә тапҡыр Төркиәгә барған. Тыуған иленә — СССР-ға уға юл ябыҡ булған. Фильм Рудольф Нуриев менән яҡындан аралашҡан кешеләр менән интервьюларҙы, шулай уҡ элек күрһәтелмәгән архивтарҙан видеоларҙы үҙ эсенә ала. Кинотаҫма артистың һуңғы йылдарына тиклемге юлын күҙәтергә мөмкинлек бирә. Фильм тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта табырға мөмкин.Таҫма авторҙары бөйөк яҡташыбыҙ тураһында уйын фильмын төшөрөү өҫтөндә эшләй, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика