07:24 (UTC+5), 22 Март 2017

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 85 йыллығын билдәләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 21 мартта, Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры артисы көнөндә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Ҡурсаҡ театры 1932 йылдың 5 февралендә эшләй башлай, ул саҡта Өфө сәнғәт һарайының Бәләкәй залында (хәҙер Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) тамашасылар театр директоры һәм режиссеры Мария Елгаштина етәкселегендә «Шалҡан» исемле тәүге спектакль ҡарай.
«Ҡурсаҡ театры 85 йыл буйына балаларса эскерһеҙлеген, йылылығын һәм аҡыллылығын һаҡлауын дауам итә. Сәнғәт, спектаклдәр менән тәүге танышыу тап ошонда башлана. Һеҙ балаларса саф күңеллелекте һаҡлау буйынса ҙур эш башҡараһығыҙ. Ҡурсаҡ театрына һәм уның коллективына уңыштар, ҡурсаҡ фестивалдәренең дауам итеүен һәм яңы дуҫтар теләйем», — тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Был көндә театр актерҙары сағыу тамашалар — тематик номерҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте. Улар иҫәбендә «Һинд легендаһы» спектакле лә бар. Башҡорт ҡурсаҡ театры 1988 йылда Һиндостанда гастролдәр ваҡытында ошо спектакль өсөн Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.
Театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, республика Театр эшмәкәрҙәре союзының рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Республиканың халыҡ артисы Миңлеғаян Сафинаға «Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» К.С. Станиславский миҙалы тапшырылды.
«Бөгөн театрҙа оҫталар ғына түгел, үҙ эшенә мөкиббән киткән, балалар күңеленә яҡтылыҡ өләшкән тылсымсылар эшләй. Актерҙарыбыҙ сабый күҙҙәре менән донъяға баға, һәр нәмәгә шатлана, кескәй асыштар яһай һәм яңыһына һоҡлана белә», — тип билдәләне Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика