Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.08
-0.88
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март 2017, 15:53

Ғәскәров исемендәге ансамбль өфөләр өсөн концерт программаһы әҙерләй

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Өфө тамашасыһы өсөн ҙур концерт программаһы әҙерләй. Коллектив 30 мартта һәм 20 апрелдә — үҙенең, 31 мартта «Башҡортостан» концерт залында сығыш яһай.
Тамашасыларға Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Шаян ҡыҙҙар», «Зарифа», «Төньяҡ амурҙары» һәм башҡа бейеүҙәр тәҡдим ителә. Шулай уҡ программала 77-се ижад миҙгелендәге иң яҡшы номерҙар, шул иҫәптән «Тархандар» һәм «Ете ырыу» тигән яңы бейеүҙәр бар.
Концерттар араһындағы тәнәфестә «ғәскәровсылар» Силәбе (10 апрель), Мейәс (11 апрель) һәм Златоуст (12 апрель) ҡалаларына гастролдәргә сыға, тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: