10:06 (UTC+5), 21 Март 2017

Марат Юлдыбаев Өфөлә джаз фестивалендә сығыш яһаясаҡ

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Билдәле саксофонсы Марат Юлдыбаев «Алһыу ҡаплан» халыҡ-ара джаз фестивале сиктәрендә Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһаясаҡ. Фестиваль 7 апрелдә Өфөлә үтә.
Билдәле джазмен менән бергә Олег Киреевтың танылған «Орлан» ансамбле, Олег Ҡасимовтың Биг-Бэнд төркөмө һәм «Өфө» джаз-квартеты сығыш яһаясаҡ. Фестивалгә Рәсәйҙең халыҡ артисы, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Давид Голощёкин (Санкт-Петербург) киләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Марат Юлдыбаев – Рәсәй һәм халыҡ-ара джаз фестивалдәре лауреаты, сағыу этноджаз вәкиле. «Дуҫтар» тәүге башҡорт джаз ансамбле ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе. Ансамбль ҙур билдәлелек яуланы, халыҡ-ара, бөтә Союз джаз фестивалдәрендә, Америка Ҡушма Штаттарында РСФСР-ҙың Мәҙәниәт көндәрендә ҡатнашты. Ансамбль гастролдәре СССР-ҙың бик күп ҡалаларында, Германия Демократия Республикаһында, Канадала, Америка Ҡушма Штаттарында һәм Африка дәүләттәрендә ҙур уңыш менән уҙҙы. Үткән йөҙ йыллыҡтың 80-се йылдарында «Мелодия» фирмаһы «Дуҫтар» ансамбле һәм уның лидерының яңғыҙ башҡарған яҙмалары менән ете альбом сығарҙы.
Легендар «Орлан» ансамбле – «Дуҫтар»ҙың йолаларын дауам итеүсе. Башҡорт дәүләт филармонияһының уҙған миҙгелендә джаз яратыусылар Киреевтың яңы программаларына шаһит булды, мәҫәлән: «Джаз балалар һәм башҡалар өсөн» циклы, «Башҡорт ҡарауаны» альбомының исем туйында булды. Музыканттар Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә гастролдәргә әүҙем йөрөй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика