07:48 (UTC+5), 21 Марта 2017

Өфөлә Әлфиә Кәримова туған сәхнәһендәге сығышы менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Ҡаҙағстандағы «Астана Опера» театрының төп солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфиә Кәримова Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Ул Дж. Вердиҙың «Травиата» операһында Виолетта партияһын башҡарҙы. Йырсы туған сәхнәһендә бер йыл самаһы элек сығыш яһағайны.
Спектакль тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Яратҡан йырсыһының сығышын ҡарарға туғандары һәм яҡындары, дуҫтары, коллегалары, уҡытыусылары, студенттары һәм опера сәнғәтен һөйөүселәр килгәйне.
«Әлфиәнең Өфөлә сығыш яһаясағын белгәс тә тормош иптәшем менән театрға барырға булдыҡ, — ти Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Өфө сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры Иҙрис Ғәзиев. — Беҙ быны оҙаҡ көттөк һәм бөгөн күренекле педагог Миләүшә Мортазина уҡыусыһының башҡарыу оҫталығынан оло кинәнес алдыҡ.
Мин Кәримованы һәр саҡ студенттарыма өлгө итеп ҡуям: кеше үҙенең хеҙмәт һөйөүсәнлеге арҡаһында нисек шундай юғары ижади үрҙәргә үрләй — примадонна була, донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә сығыш яһай ала».
Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижеры Артем Макаров та йырсы менән эшләүе тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. «Әлфиә Кәримова менән күптән эшләйбеҙ, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа һирәк осрашабыҙ. Ул Виолетта образын бөтөнләй икенсе итеп күҙ алдына баҫтыра, ә образ бик ҡатмарлы. Әле Әлфиә был партияны ҡатын-ҡыҙҙарға хас нәфислек, камиллыҡ менән башҡара. Бәлки, бында үҙенең тормош тәжрибәһе лә барҙыр. Әммә тауыш яғынан да ул беҙҙең өсөн яңынан-яңы биҙәктәр аса», — тип билдәләне маэстро.
Йырсы менән артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләгәндә дирижер театр ҙа, Әлфиә Кәримова үҙе лә берлектәге проекттарға һәр саҡ әҙер тип билдәләне. «Мөмкинлек булыу менән мотлаҡ осрашырбыҙ», — тине Артем Макаров.
Әлфиә Кәримова — бик күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Уның наградалары иҫәбендә — абруйлы «The Opera Ball Award» премияһы («Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ тауышы» номинацияһы). Ул Бельгия, Италия, Канада, Нидерланд, Рәсәй һәм АҠШ театрҙарында сығыш яһай, «Опера төндәре» халыҡ-ара фестивалендә (Испания) ҡатнаша, халыҡ-ара жюриҙа эшләй һәм педагогик эшмәкәрлек алып бара.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика