09:40 (UTC+5), 21 Март 2017

Башҡорт дәүләт педагогия университеты ансамбле Ҡаҙағстанда Науруз байрамында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Науруз байрамының халыҡ-ара программаһы сиктәрендә Ҡаҙағстанда сығыш яһай. Етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева. Коллектив сарала Ҡаҙағстан Мәҙәниәт министрлығының саҡырыуы буйынса ҡатнаша. Өфө ансамбле байрамды асыу тантанаһында «Сәскә ат, илем!» тигән башҡорт бейеүен башҡара. Шулай уҡ алдағы көндәрҙә сәнғәт оҫталарының гала-концертында, бейеү конкурсында ҡатнашыу ҡаралған.
Байрам саралары Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһендәге тарихи Төркөстан ҡалаһында уҙа. Унда бөтә донъянан артистар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша, мәҙәни алмашыу тормошҡа ашырыла һәм халыҡ-ара үҙ-ара килешеп эш итеү нығына. Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Төркиә, Молдова, Румыния, Сербия, Македония һәм башҡа илдәр, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре — Татарстан, Алтай, Сыуашстан, Тыва коллективтары майҙан буйлап атлай. Шулай уҡ төрлө этностарҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен сағылдырған күргәҙмәләр, спорт уйындары ойошторолған. Көн дауамында тарихи музейға барыу, «Төркөстан һәм төркиәт» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу ҡаралған. Байрам асыҡ һауала гала-концерт менән тамамлана.
2017 йылда Төркөстан ҡалаһы төрки донъяһының Мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителде. Науруз байрамы проекттың бай мәҙәни программаһына старт бирә. Йыл буйына бында фестивалдәр, концерттар, күргәҙмәләр, ижади лабораториялар һәм башҡа мәҙәни проекттар уҙғарыу күҙаллана. Төркөстан Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге Шымкенттан 180 саҡрым төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Ул Ҡаҙағстандың рухи баш ҡалаһы титулына дәғүә итә. Данлыҡлы ҡаҙаҡ шағиры һәм суфый Хужа Әхмәт Йәссәүиҙең мавзолейы — 1500 йыллыҡ тарихы булған ҡаланың төп ғорурлығы. Бөгөн Төркөстан бөтә донъя мосолмандары араһында билдәле ҡала, туристик үҙәк булып тора. Яңыраҡ ҡаланың төп биҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика