03:28 (UTC+5), 17 Марта 2017

Башҡортостанда Спиваков фонды етәксеһе Артур Нәзиуллин Мәскәү өлкә филармонияһы солисы булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сығышы менән Өфө егете, Рәсәй кларнетсыһы Артур Нәзиуллин Мәскәү өлкә филармонияһы солисы булды.
Артур Нәзиуллин – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Мәскәү дәүләт филармония академияһы һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «XXI быуат йондоҙҙары» программаһында ҡатнашыусы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ағзаһы.
Артур Нәзиуллин менән бер рәттән билдәле музыканттар, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары: пианист Александр Гиндин, джаз музыканттары Андрей һәм Михаил Ивановтар, Татарстандың атҡаҙанған артисы, баянсы Айҙар Ғәйнуллин Мәскәү өлкә филармонияһы солистары булды. Филармонияның художество етәксеһе – легендар композитор, Рәсәйҙең халыҡ артисы Максим Дунаевский.
«Маэстро Максим Дунаевский һәм Мәскәү өлкә филармонияһы командаһы менән эшләү минең өсөн ҙур хөрмәт. Филармония проекттары араһында балалар-үҫмерҙәр ижадына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән мөһим социаль-мәҙәни программалар ҙа бар, — тип һөйләне Артур Нәзиуллин. — Мәскәү өлкә филармонияһы менән уртаҡ эшебеҙ Башҡортостан һәм Мәскәү өлкәһе араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе көйләү өсөн файҙалы буласаҡ һәм филармонияның республикала мин етәкселек иткән Владимир Спиваков Хәйриә фонды менән өҫтәмә хеҙмәттәшлек формаларын табырбыҙ, тип ышанам».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика