11:58 (UTC+5), 17 Марта 2017

Баш ҡалала хеҙмәт коллективтары «Таланттарҙың мең төҫө»ндә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Таланттарҙың мең төҫө» хеҙмәт коллективтарының художестволы үҙешмәкәрлек республика смотрын асыу тантанаһы була. 24 мартта ВДНХ-Экспо Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһында Өфө, Ғафури, Нуриман һәм Салауат райондары хеҙмәт коллективтарының үҙешмәкәр сәнғәт вәкилдәре үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә.
Конкурс өс этаптан тора. Тәүгеһе район (ҡала) смотры формаһында уҙғарыла. Артабан иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусыларҙан икенсеһе өсөн концерт программаһы төҙөлә. Киләһе этаптың программаларын республика комиссияһы ҡарай. Өсөнсө этап – гала-концерт, ул баш ҡалала йыл аҙағында ойошторола.
Жюри башҡарыу оҫталығын, башҡарыу манераһы һәм костюмдың әҫәрҙең төп фекеренә тап килеүен, номерҙың композицияһын һәм ҡуйылышын, хеҙмәт коллективтарында ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлеклелеген баһалай.
Конкурсты үткәреү тураһында ҡарар Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса хеҙмәт коллективтарында үҙешмәкәрлекте тергеҙеү хаҡында мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһенән һуң ҡабул ителде. Республика кимәлендә бындай конкурс икенсегә уҙғарыла.
Республика смотрын ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Профсоюздар федерацияһы, район һәм ҡала хакимиәттәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика