07:37 (UTC+5), 16 Марта 2017

Төбәктә «Батырҙар иле» балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы эштәр ҡабул итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Батырҙар иле-2017» балалар һәм үҫмерҙәр ижады асыҡ республика конкурсы уҙғарыла. Бәйгегә «Урал батыр» эпосы, башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре һәм эпостары; башҡорт милли йолалары, фольклоры темаһы буйынса ижади эштәр ҡабул ителә.
Конкурста дөйөм белем биреү һәм художество мәктәптәре, балалар ижады йорттары, йәш техник станциялары уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Номинациялар: һынлы сәнғәт (акварель, гуашь, акрил, май), графика (ҡәләм, тушь, йомшаҡ материалдар, линогравюра, офорт, компьютер графикаһы), скульптура (балсыҡ, керамика, заманса материалдар), ағас һырлау, ҡулланма-биҙәү сәнғәте (гобелен, туҡыусылыҡ, ҡорама ҡороу, кейеҙ баҫыу, туҙ).
Йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү — 12 апрелдә. Ҡатнашыуға ғаризалар һәм конкурс эштәре 27 мартҡа тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 453837, Башҡортостан Республикаһы, Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 36/1. Сибай балалар художество мәктәбе. Электрон почта: sibhudskola@mail.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика