Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Март 2017, 10:44
Өфөлә Экология йылында «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотокүргәҙмәһе асыла
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Милли музейҙа Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған һәм Рәсәй ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығы уңайынан «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» тигән фотокүргәҙмә асыла. Сараны асыу тантанаһы 16 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Күргәҙмәлә «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте-2016» конкурсында ҡатнашыусыларҙың «Панорама», «Пейзаж», «Этюд», «Үҫемлектәр», «Йәнлектәр», «Тәбиғәт һәм кеше» һәм «Ҡурсаулыҡ тормошо» номинацияларында призлы урын яулаған 54 эше тәҡдим ителә.
Фотокүргәҙмәне ойоштороусылар — Башҡортостандың Милли музейы, республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы, Рус география йәмғиәте бүлексәһе.
Теги:
күргәҙмәләр
башҡортостандың милли музейы
Читайте нас: