10:37 (UTC+5), 16 Марта 2017

Өфөгә «Хор йәйғоро» фестиваленә ике меңдән ашыу бала киләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Шәфҡәт Бикмөхәмәтов исемендәге IX «Хор йәйғоро» Бөтә Рәсәй балалар хор коллективтары конкурс-фестивале уҙғарыла. Сара 18-19 мартта ойошторола һәм башҡорт композиторҙары Заһир Исмәғилев менән Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана. Конкурс Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында үткәрелә.
Фестиваль барышында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә Рәсәй хор йәмғиәте иғлан иткән Бөтә Рәсәй хор фестиваленең төбәк этабы уҙа. Башҡортостандың хор йәмғиәте етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина хәбәр итеүенсә, конкурс-фестивалдә «Һәүәҫкәр академик һәм халыҡ хорҙары», «Уҡыу академик һәм халыҡ хорҙары» номинацияларында 60-тан ашыу балалар хор коллективы (ике меңдән ашыу бала) ҡатнаша. Конкурс-фестивалдең баһалама комиссияһын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Ризәлә Бикмөхәмәтова етәкләй.
«Хор йәйғоро» фестивале Өфөлә 2001 йылдан алып үткәрелә башланы һәм тәүҙән үк дөйөм белем биреү мәктәптәрен үҙ эсенә алды. Ошо осорҙа Башҡортостандың Музыка йәмғиәтен етәкләгән республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Шәфҡәт Бикмөхәмәтов фестивалде ойоштороусы һәм алыштырғыһыҙ жюри рәйесе булды. 2008 йылда хор коллективтары һәм ойоштороусыларҙың тәҡдиме буйынса конкурс-фестивалгә Шәфҡәт Бикмөхәмәтовтың исеме бирелде.
Конкурс-фестиваль хор менән йырлау традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу, рухи-илһөйәрлек сифаттарын үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Ул ике йылға бер тапҡыр ойошторола, унда дөйөм белем биреү һәм музыка мәктәптәре, шулай уҡ башҡа өҫтәмә белем биреү учреждениелары хорҙары ҡатнаша.
Конкурс-фестиваль тураһында мәғлүмәт — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының рәсми сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика