10:42 (UTC+5), 15 Марта 2017

Рус драма театры «Дюймовочка» яңы музыкаль проекты өсөн кастингка саҡыра

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рус драма театры яңы проект өсөн йырсылар һәм бейеүселәргә кастинг иғлан итте. 19 һәм 20 апрелдә 18 йәштән алып 35 йәшкәсә башҡарыусылар көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем театрға килә ала. Адресы: Октябрь проспекты, 79.
Йырсылар вокаль һәм артислыҡ һәләтен тулыраҡ асҡан номерҙар әҙерләргә тейеш. Фонограмма, аккомпаниатор ярҙамында, шулай уҡ a cappella йырларға мөмкин. Бейеүселәргә заманса стилдәге хореографик номер әҙерләргә кәрәк. Конкурс номерҙарын күрһәтеү өсөн фонограммаларҙы компакт-дискта йәки флешкала үҙең менән алып килеү мотлаҡ.
Рус драма театры яңы проект — Ким Брейтбург һәм Карен Кавалеряндың балалар һәм өлкәндәр өсөн «Дюймовочка» әкиәте өҫтөндә эш башлай. Был ижади тандем театр сәхнәһендә ҙур уңыш менән барған «Зәңгәр камея» мюзиклы буйынса тамашасыларға яҡшы таныш. Кастингка продюсер һәм композитор Ким Брейтбург, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһының өлкән уҡытыусыһы Валерия Брейтбург килә. Театрҙың әҙәби бүлеге мөдире Елена Попова әйтеүенсә, спектаклдә күмәк халыҡ ҡатнашлығында күренештәр күп. Премьера киләһе миҙгелгә билдәләнгән.
Белешмәләр өсөн телефондар: 233-24-63; 8-917-342-81-91, 8-905-351-12-70.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика