12:15 (UTC+5), 15 Марта 2017

Мәскәүҙә Рудольф Нуриев хаҡында бушлай яңы фильм күрһәтелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә ватандашыбыҙ, 20 быуаттың бөйөк бейеүсеһе һәм хореографы Рудольф Нуриевтың тормошо тураһында тулы метражлы документаль фильм менән таныштырыу сараһы уҙа. Сараны Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ойоштора һәм яҡташтарын картина ҡарарға саҡыра. Сюжеттың фильмы Төркиә менән бәйле, бейеүсе унда үҙ йорто, утрауы хаҡында хыялланған. Таҫма «Аҡ фил-2017» Кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһы премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булған.
Фильм Рудольф Нуриевты яҡындан белгән кешеләр менән интервьюларҙы, шулай уҡ элек күрһәтелмәгән архивтарҙан видеоларҙы үҙ эсенә ала. Кинотаҫма артистың һуңғы йылдарына тиклемге юлын күҙәтергә мөмкинлек бирә. Фильм тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә табырға мөмкин.
Таҫма 18 мартта киске сәғәт 5-тә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә бушлай күрһәтелә. Унда фильмдың авторҙары ла саҡырылған. Адресы: Мәскәү, Доброслободская урамы, 6, 2-се йорт, («Бауманская» метро станцияһы).
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бынан алдараҡ фильм Кинематографистарҙың үҙәк йортонда күрһәтелгәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика