Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.33
0
91.71
0
69.48
-2.22
28+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2017, 09:47

«Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы» бәйгеһе еңеүсеһе асыҡланды

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә йыл һайын уҙғарылған «Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы» матурлыҡ бәйгеһенең финалы уҙҙы. М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусы, Мәскәү физика-техник институты магистранты Азалия Заһитова Гран-при яуланы. Уға ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән таж бүләк иттеләр.
Беренсе урын – Мәскәү нескә химик технологиялар институты студенты Сөмбөл Лоҡмановала. Ҡыҙ шулай уҡ махсус номинацияла бүләкләнде һәм Башҡортостандан «Донъя гүзәле – 2017» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Мәскәү иретмә һәм ҡорос институты студенты Ләйсән Зиннурова икенсе урын яуланы. Ләйсән «Мисс Азия. Рәсәй 2017» бөтә Рәсәй гүзәллек бәйгеһендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Әлфинә Әхмәтова (Мәскәү авиация институты) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бөтә ҡыҙҙар ҙа алтын биҙәүестәр, сәскәләр һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланды.
«Беҙҙең бай йөкмәткеле репетиция көндәре уҙҙы, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, фото һәм видеоға төшөүҙәр булды. Башҡортостан студенттары ассоциацияһына һәм конкурсты ойоштороусыларға ошондай иҫ киткес һәм лайыҡлы уҙғарылған сара өсөн бик рәхмәтлемен. Мәскәүҙә булып та, башҡорт ҡыҙҙары милли гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша, үҙ потенциалын аса алыуы, ысынлап та, бик шәп. Конкурс миңә тағы ла күберәк ышаныс өҫтәне, милли үҙаңымды нығытты, бында бик күп дуҫтар таптым. Туғандарым һәм яҡындарымдың ярҙамы минең өсөн иң ҙур бүләк булды! Йылы һүҙҙәрегеҙ һәм дәртләндереүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!» — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты бәйге еңеүсеһе Азалия Заһитова.
Финалда Башҡортостандан бөтәһе һигеҙ ҡыҙ ҡатнашты. Уларҙың һәммәһе лә Мәскәүҙең төп университеттарында белем ала. Финалда төп конкурс этаптары – башҡорт костюмдарында дефиле, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу, таланттар бәйгеһе һәм үҙең менән таныштырыу. Жюриҙы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева етәкләне.
Конкурс Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы тарафынан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллек булышлығында уҙғарыла.
«Башҡортостан йәштәре Мәскәүҙә республиканың ыңғай имиджын булдырыуға йүнәлтелгән юғары кимәлдәге үҙ ойошҡанлыҡ кимәлен күрһәтә. Нәҡ шуның өсөн ижади коллективтарҙың профессиональ кимәлен күтәрергә, уларға төрлө яҡтан ярҙам итергә, шул иҫәптән уларҙың сәхнә реквизиттарын байытырға кәрәк, сөнки был коллективтарҙың сығышы буйынса тәү сиратта Рәсәйҙең баш ҡалаһында республика халыҡтарының менталитеты һәм мәҙәниәте хаҡында фекер барлыҡҡа килә», — тип һөйләне сара бағыусыларының береһе булып сығыш яһаған Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: