Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2017, 11:29

Башҡортостандың сувенир продукцияһы Франциялағы күргәҙмәлә тәҡдим ителә

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың сувенир продукцияһы Франциялағы күргәҙмәлә тәҡдим ителә. Парижда Рәсәй рухи-мәҙәни православие үҙәгендә илебеҙ төбәктәренең мәҙәни күп төрлөлөгөн һәм колоритын сағылдырған «Рәсәй сувениры» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе бара.
Экспозицияла Башҡортостан, Дағстан, Карелия, Коми, Хакасия, Сыуашстандан, Әстрхан, Рязань, Липецк, Мәскәү һәм Тула өлкәләренән традицион костюмдар, баш кейемдәре, сигелгән әйберҙәр, музыка ҡоралдары, уйынсыҡтар һәм көнкүреш предметтары бар.
«Художество кәсептәре – һәр Рәсәй төбәгенең йолалары, тарихы, үҙенсәлеге ул. Бөтә төбәктәр ҙә был йолаларҙы һаҡсыл һаҡлап һәм быуындан-быуынға тапшырып килә, — тине күргәҙмәне асыу тантанаһында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Туризм һәм төбәк сәйәсәте департаменты директоры Ольга Ярилова. — Күргәҙмәлә 100 йыллыҡ, боронғо технологиялар һәм рецептар буйынса яңыраҡ эшләнгән экспонаттар бар».
Экспозицияны ойоштороусы – Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы. Был Бранли буйындағы Үҙәктә федераль ведомство уҙғарған тәүге күргәҙмә. «Рәсәй сувениры» күргәҙмәһе Рәсәй һәм Францияның Мәҙәни туризм йылы сиктәрендә уҙғарыла һәм 9 апрелгәсә бара.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: