ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Һылыуҡай-2017» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн иң төп критерий – фекерләү ҡеүәһе, — тип иҫәпләй Республика башҡорт гүзәлдәре бәйгеһенең жюри рәйесе, билдәле актер, режиссер һәм Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин. — Фекерләү һәләте булмаһа, бер ниндәй ҙә матурлыҡ кәрәкмәй, кеше шунда уҡ ҡыҙыҡ булмай башлай, ике-өс һөйләмдән барыһы ла аңлашыла».
Традицион байрамға арналған матбуғат конференцияһында матурлыҡ критерийҙары, быйылғы бәйгенең үҙенсәлектәре, «Һылыуҡай»ҙан һуңғы маҡсаттар һәм тормош хаҡында һүҙ барҙы. «Һылыуҡай» — Рәсәйҙә 25 йыл дауамында барған һәм бер ҡасан да өҙөлмәгән берҙән-бер конкурс. Быйыл сара үҙенең юбилейын билдәләй», — тип билдәләне бәйге режиссеры Айгөл Үтәгәнова.
Финалға 16 ҡатнашыусы сыҡты, улар араһында Өфө, Ҡазан, Нефтекама, Сибай, Ырымбур өлкәһе, Күгәрсен, Әлшәй, Яңауыл, Учалы, Баймаҡ, Салауат, Белорет, Балтас, Ауырғазы райондары вәкилдәре. Ҡыҙҙарға 16-24 йәш, улар араһында буласаҡ филологтар, юристар, финансистар, дипломаттар, мәктәп һәм юғары уҡыу йорто уҡыусылары. Буйҙары 165 сантиметрҙан, үлсәмдәре – 44-сегә ҡәҙәр. Мәскәүҙән финалсы конкурста ҡатнашырға өлгөрә алмағанлыҡтан, уны Санкт-Петербург һылыуы алмаштырасаҡ.
18 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ финалда ҡыҙҙарға байтаҡ һынау үтергә кәрәк – Экология йылына арналған, башҡорт бейеүе һәм заманса хореография конкурстары, башҡорт эстрадаһының популяр башҡарыусылары менән дуэтта йырлау, билеттар буйынса һорауға яуап биреү, киске күлдәктәрҙә дефиле. Уның өсөн махсус коллекция әҙерләнә.
Бәйге еңеүсеһе ынйы таж менән бүләкләнәсәк. Финалсыларҙың хеҙмәте конкурс бағыусыларының махсус бүләктәре – Каппадокияға (Төркиә) путевкалар, ювелир биҙәүестәр, күн әйберҙәре менән баһаланасаҡ.
Ҡыҙҙарға үҙенең оҙатыу һүҙҙәрен жюри рәйесе Азат Йыһаншин, 2016 йылда Гран-при яулаусы Эльвира Ҡарамышева һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы, «Аҡ инәйҙәр» клубы вәкиле Альбина Исхаҡова белдерҙе.
Бөгөн төндә «Туған тел» каналында проект көндәлеге сыға башланы. Һәр серия финалсының видеоселфиһынан тора.