15:15 (UTC+5), 14 Март 2017

Өфөлә «Театр яҙы»на әҙерлек бара

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә сағыу мәҙәни ваҡиғаға — «Театр яҙы»на әҙерләнәләр. Республика фестивале 20-26 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ойошторола. Проект Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булған.
Фестивалдә республиканың бөтә дәүләт театрҙары ҡатнаша. Өфөлә спектаклдәрҙе бер нисә майҙансыҡта — Башҡорт, Рус, Татар, Йәштәр театрҙарында күрһәтеү ҡаралған. Башҡорт опера һәм балет театры «Салауат Юлаев» спектакле менән конкурс программаһында тәүгә ҡатнаша.
Заманса режиссура һәм драматургия үҙәге документаль театр жанрында спектакль — «Үҙебеҙҙекеләр» тигән вербатим тәҡдим итә.
Фестивалдең маҡсаты — республиканың театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, ижади процеста төп йүнәлештәрҙе асыҡлау, театрҙарҙың һәм төп театр профессиялары вәкилдәре: актерҙар, рәссамдар, режиссерҙар, тәнҡитселәрҙең бәйләнештәрен нығытыу, тамашасылар һәм ҡатнашыусылар өсөн байрам мөхитен булдырыу. Өфө ошо театр форумын өсөнсө тапҡыр ҡабул итә, бынан алдараҡ фестиваль Салауатта һәм Стәрлетамаҡта уҙғарылғайны.
Республиканың төп театр фестивален ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Театр эшмәкәрҙәре союзы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика