10:30 (UTC+5), 14 Марта 2017

Башҡортостанда спорт бал бейеүҙәре буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы

Туймазы районы хакимиәте
Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһында спорт бал бейеүҙәре буйынса III төбәк-ара бәйгегә Башҡортостан һәм Татарстандың төрлө мөйөштәренән өс йәштән 35-кәсә 200 ҡатнашыусы йыйылды. Турнир Европа һәм Латин-Америка программаларынан торҙо. Һәр ҡайһыһында бишешәр пар менән һәм яңғыҙ бейеү башҡарылды. Бәйгелә Туймазының 20 вәкиле – ҡала Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайының «Рико» бейеү-спорт клубы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Булат Рауилев (11 йәш) һәм Эльвина Миндиярова (12 йәш), Владимир Клипиков (11 йәш) һәм Айгизә Әмирханова (10 йәш) Европа һәм Латин-Америка программаларында еңеүсе булды.
Төрлө категорияларҙа беренсе һәм икенсе урындарҙы Туймазының бейеү парҙары яуланы: Искәндәр Яруллин һәм Полина Чепцова, Данила Атнабаев һәм Анастасия Боева, Богдан Нәбиев һәм Амелия Шәрипова.
Яңғыҙ башҡарыуҙа Даниэла Ибраһимова, Виктор Водянников, Альбина Әғләмова, Инна Куприянова еңеп сыҡты. «Рико» клубы ҡалала бейеү спортын үҫтереүе өсөн кубок менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика