11:23 (UTC+5), 13 Марта 2017

Өфөлә Н.Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбенең вокаль-хор бүлеге юбилейын билдәләй

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең вокаль-хор бүлеге 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 15 мартта Ф. Шаляпин исемендәге концерт залында ошо ваҡиға уңайынан байрам концерты була.
Юбилей концертында республика, төбәк, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары – хор коллективтары, ансамблдәр, солистар һәм сығарылыш уҡыусылары ҡатнаша. Солистарҙың ҡайһы берҙәре, шул иҫәптән мөмкинлектәре сиклеләр ҙә – Өфө хакимиәте башлығы лауреаттары, стипендиаттары. Вокаль-хор бүлеген мәктәптең хор коллективтары — малайҙар хоры һәм «Ағиҙел» өлкәндәр хоры, «Доминанта» вокаль ансамбле етәксеһе Раушания Ғабдрахманова етәкләй.
«Билдәле хор дирижеры Виктор Попов әйткәнсә, тауышыңды асыу мөмкинлеге — ысын бәхет ул, — ти Раушания Рәүил ҡыҙы. — Тап йырлау тормошҡа: түҙемлелеккә, эшһөйәрлеккә һәм тәртипкә, сәхнә тотанаҡлығына өйрәтә. Һөҙөмтә һәр йырсының ынтылышына һәм тырышлығына бәйле булған балалар хоры коллективында иһә музыканың тәьҫир көсө күп тапҡырға арта».
Концертҡа вокаль һәм хор сәнғәтенең төп эшмәкәрҙәре: З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры, доцент, хорға дирижерлыҡ итеү кафедраһы мөдире Алһыу Хәбибуллина, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова саҡырылған.
Белешмә. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе — баш ҡаланың боронғо музыка мәктәбе, уға 1921 йылда нигеҙ һалынған. Ул саҡтағы 1-се Өфө музыка мәктәбендәге Хор класының тәүге дәрестәре һуғыштан һуңғы осорға ҡарай. Хорға байтаҡ талантлы уҡытыусылар: БАССР-ҙың мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Тумаян, Зоя Соломоник һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Людмила Гусева күп көс һалған. 2007 йылда мәктәптә академик вокал класы асылыу менән Вокаль-хор бүлеге ойошторола. 2014 йылда мәктәптә — халыҡ йыры кластары, 28-се һуҡырҙар мәктәбе янындағы филиалда яңғыҙ йырлау класы асылды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика