13:31 (UTC+5), 13 Марта 2017

Өфөлә ХIII Әхмәров тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙары өс иҫтәлекле датаға бағышлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 мартта Өфөлә, Башҡортостандың Милли музейында, ХIII Әхмәров тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙары уҙғарыла. Улар Өфө тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенә нигеҙ һалған Флүрә Әхмәрова, Борис Николаевский һәм Владимир Бурцев иҫтәлегенә арнала. Программала Флүрә Әхмәтованың «Хәтер биттәре» тигән яңы китабының исем туйы һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең сығыштары ҡаралған.
Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостандағы филиалы директоры Гөлнара Иҡсанова хәбәр итеүенсә, 2017 йыл Өфө һәм Башҡортостандағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн өс юбилей датаһы билдәһе аҫтында уҙа. Улар — Бәләбәй ҡалаһында тыуып үҫкән билдәле ғалим Б.И. Николаевскийҙың 130 йыллығы; бала сағы Бөрөлә үткән тарихсы һәм публицист В.Л. Бурцевтың 155 йыллығы; Флүрә Әхмәрова исемендәге Өфө тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең 20 йыллығы.
Апрелдә күренекле яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлегенә бағышланған «Хәтерҙең алтын биттәре» төбәк тыуған яҡты өйрәнеү конкурсы башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика