Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Март 2017, 16:15

Республикала «Урал батыр» байрамы уҙғарыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Бөрйән районының Һарғая ауылында «Урал батыр» байрамы уҙғарыла. Был хаҡта «Юлдаш» радиоһы сайты хәбәр итә. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойоштора.
Байрам программаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсы, әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереү, башҡорт батырҙары хөрмәтенә доға ҡылыу, ҡарҙа көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар концерты ҡаралған.
Читайте нас: