02:51 (UTC+5), 10 Марта 2017

Мәскәүҙә Рудольф Нуриевтың тормошо хаҡында фильм күрһәттеләр

Гөлсәсәк Ханнанова
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташлығы өсөн ике ҡыҙыҡлы сара үтте. «Радио Сити» клубында «Заман» төркөмөнөң тәүге «Пульсом» клибының исеме туйы уҙҙы. Ә Үҙәк кинематографистар йортонда 20 быуаттың бөйөк бейеүсеһе һәм хореографы Рудольф Нуриевтың Төркиә менән бәйле тормошо тураһында тулы метражлы документаль фильм күрһәтелде. Ул унда үҙ йорто, утрауы хаҡында хыялланған. Таҫма «Аҡ фил-2017» Кино белгестәре һәм кинотәнҡитселәре гильдияһы премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Фильм 2016 йылда төшөрөлгән һәм легендар шәхес – Рудольф Нуриев тормошоноң теге йәки был яҡтарын сираттағы тапҡыр асырға маташыу. Уның ғүмере Башҡортостан менән өҙлөкһөҙ бәйләнгән. Нуриевтың был көнсығыш иленә тартылыуҙың сәбәбе нимәлә? Авторҙарҙың яуабы ябай: бейеүсенең атаһы – башҡорт, әсәһе татар булған, Рудольф Нуриев бала саҡтан үҙендә тыуған мосолман мәҙәниәтен туплаған, шунлыҡтан уға Төркиәнең рухи донъяһы яҡын. Ул сит ерҙәрҙән ял итеү, үҙен «өйөндәгеләй» тойоу өсөн йылына бер нисә тапҡыр ошо илгә килгән. СССР-ға бейеүсегә юл ябыҡ булған. Фильмға Рудольф Нуриев менән яҡындан аралашҡан кешеләрҙең интервьюлары, шулай уҡ элекке ябыҡ архивтарҙағы видеолар ингән. Кинотаҫма артистың тормошон һуңғы йылдарға ҡәҙәр күҙәтергә мөмкинлек бирә. Фильм хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо сайтта табырға мөмкин.
Үҙәк кинематографистар союзында фильмды күрһәтеүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге активистары ҡатнашты. Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә тағы ла бер фильмдың презентацияһы әҙерләнә. Таҫманы төшөрөүселәр бөйөк яҡташыбыҙ хаҡында уйын картинаһын әҙерләү өҫтөндә эш алып бара һәм республика ярҙамына ҙур ышаныс бағлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика