06:24 (UTC+5), 10 Марта 2017

Өфөлә актриса Шәүрә Дилмөхәмәтованың бенефисы була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 мартта Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллинаның юбилей бенефисы була. Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙа.
Шәүрә Дилмөхәмәтова классик рус һәм башҡорт драматургияһында, шулай уҡ хәҙерге авторҙарҙың пьесаларында үҙен героиня һәм үҙенсәлекле актриса булараҡ танытты. Ул тыуҙырған образдар араһында Сажиҙә («Еҙнәкәй», Х. Ибраһимов), Ләлә («Аҫылйәр», М. Фәйзи), Бибигөл («Ҡыр ҡаҙҙары», Р. Сафин), йәш Ғәлиә («Ғәлиә», Т. Таһиров), Зөбәржәт («Ай тотолған төндә», М. Кәрим), Әлфинур («Ауыр бәхет», Ә. Атнабаев). Шәүрә Ишмулла ҡыҙының биографияһында Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры менән бәйле биттәр бар, ул унда Варканы («Бәхетһеҙ мөхәббәт», И.Карпенко-Карый), Аннаны («Ричард III», У. Шекспир), Туянаны («Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!», Б. Гаврилов), Сәрбиҙе («Һижрәт», Н. Иҫәнбәт), Жаклинды («Ирекһеҙҙән табип», Ж.Б. Мольер), Сафияны («Ҡаһым түрә», И. һәм А. Дилмөхәмәтовтар), Хәтирәне («Инә бүре ҡарғышы», Х. Ирғәлин) уйнаны.
Шәүрә Ишмулла ҡыҙы тәрән драматик, фажиғәле, комик ролдәрҙе лә башҡара. Бөгөнгө репертуарҙа ул Р. Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@эт тущка.ру» тигән заманса комедияһында Фәниәне, С. Әбүзәрҙең «Хыялый» комедияһында Шәрифәне, А. Островскийҙың «Бирнәһеҙ ҡыҙ» спектаклендә Ефросинья Потаповнаны, М. Багаевтың «Ике төш» драмаһында Миңзифаны уйнай.
Актриса «Кинйә» (Ғ. Ибраһимов), «Һарығолаҡ» (Р. Өмөтбаев) телевизион фильмдарында төшкән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика