10:21 (UTC+5), 10 Марта 2017

«Дуҫлыҡ моңо» фестивале барышында тәүге тапҡыр Дуҫлыҡ кисәһе үтә

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале барышында ҡатнашыусылар өсөн тәүгә Дуҫлыҡ кисәһе ойошторола. Ошо хаҡта Нефтекаманың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирина Әхмәҙишина хәбәр итте.
Фестивалдә бай эстәлекле мәҙәни программа көтөлә. Ике республиканың билдәле артистары Хәниә Фәрхи, Ғәзим Ильясов, Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Роберт Юлдашев етәкселегендәге «Ҡурайсы» этно-рок һәм «Арғымаҡ» төркөмдәре ҡатнаша. Сараны биҙәүгә айырыуса иғтибар бүленә – этно-мөйөш булдырыла, милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторола.
Республикала иң мөһим һәм көтөп алған милли байрамдарҙың береһе – Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» фестивале 5-7 апрелдә Нефтекамала уҙа. Быйыл 16-сы тапҡыр ойошторола. Асыу тантанаһы ҙур сараның тарихына арнала.
Ҡатнашыуға ғаризалар 30 мартҡа ҡәҙәр gukrcnt@mail.ru, kultura_neft@mail.ru электрон адрестарына ҡабул ителә. Яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар өсөн ситтән тороп һайлап алыу туры үткәрелә. Бының өсөн 20 мартҡа тиклем тултырылған ғаризаны һәм башҡарыусының ике йыр яҙмаһын gukrcnt@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге телефондар буйынса алырға мөмкин: 8 (347) 289 66 96, 8 905 355 44 20, 8 987 103 48 44, (8 347 83) 4-92-32, 4-24-72, (8 347 83) 3-41-80, 3-50-49.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика