07:33 (UTC+5), 09 Марта 2017

Республиканың баш ҡалаһында «Донъя тауышы» Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә 2 йәштән алып 17 йәшкәсә балалар араһында «Донъя тауышы» Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы уҙғарыла. Бәйге 1 апрелдә «Ихлас» мәсетендә ойошторола һәм «Ихлас» мосолмандарҙың дини ойошмаһы булдырылыуға 20 йыл тулыуға арнала. Бөгөнгә Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе һәм Ульяновск өлкәләренән ғаризалар килгән.
«Конкурстың үҙенсәлеге шунда: жюриҙа төрлө төрлө мәзхәб вәкилдәре бар, — тип билдәләне ойоштороусыларҙың береһе Айҙар Гәрәев. — Бөтә ҡатнашыусыларға ла бүләктәр тапшырыла».
Ойоштороусылар булып Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ярҙамында Башҡортостан Республикаһында Ислам эшҡыуарлығы ассоциацияһы сығыш яһай. Белешмәләр өсөн телефон: 8-927-323-34-77, 8-964-959-78-21. Электрон почта: aidar37@mail.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика